17 апрель көнө йыл һайын…
17.04.2026
17 апрель көнө йыл һайын уҙғарылған ҙур сара — «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы үтте.
Уның маҡсаты — башҡорт телен популярлаштырыу, башҡортса дөрөҫ яҙырға өйрәнеү, башҡорт телен үҙ аллы үҙләштереүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.
Быйылғы акцияның текстары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе Ғәли Сокоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға бағышлана.
Был акцияға МБУ ДО «Детская музыкальная школа» хеҙмәткәрҙәре лә онлайн форматта әүҙем ҡушылды.
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант
#башдиктант2026
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам